Тәбиғәттең бишек элгән мәле. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Тәбиғәттең бишек элгән мәле


Өй алдында ҡайын бәпәй туйлай,
Биләүҙәрҙә - ыуыҙ япраҡтар.
Ерҙең һөтө - шәрбәт ҡайын һуты,
Олондары - шәкәр, ап-аҡтар.
Ышығында томрап торған бәпес
Ауыҙлана әсә һөтөнән.
Ап-аҡ ҡайын, аҡ биләүҙә - сабый,
Тирә-йүнгә яҡты бөркөлә.
Тәбиғәттең бишек элгән мәле.
Өй алдында - сабый һәм әсә.
Әллә ҡайын шул икәүҙе нурлай,
Әллә Әсә уға нур сәсә.
Был илаһим мәлдең гүзәллеген
Ниндәй үлсәү менән үлсәйем?!
...Күҙ алдынан китмәй йәнә лә шул -
Көҙгө ҡайын... Яңғыҙ - әсәйем...
Бишектәрен ҡайын йыйған ине...


2012